Праздник платка

Январь 27, 2022 Просмотров: 230

   Испокон веков на территории Ермолкинского сельского совета в дружбе и согласии проживают русские и татары, чуваши, башкиры, марийцы и представители других национальностей. Здесь в сельской глубинке дорожат историей и традициями каждого народа. Традиция ношения такого головного убора, как французского платка (Француз яулығы) и шаля для саней (Сана шәле) представлены в мероприятии под названием «Праздник платка ».

Учащиеся 1-4 классов узнали историю появления флёровых платков, как они вошли в моду и стали атрибутом национальной одежды башкирских женщин. Прослушали куплеты песен о французком платке, стихотворение Фаузии Кутлугильдиной “Француз яулыҡ-еңеү билдәһе”, также был представлен башкирский народный танец “Шаль вязала”. Мероприятие завершилось просмотром презентации “История французского платка”.

                                         Беҙҙә яулыҡ байрамы.

1 февралдә күп илдәрҙә Бөтә донъя яулыҡ көнө билдәләнә. Яулыҡ ябыныу тарихы - бик тәрәндә. Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Яулыҡ-башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеменең сағыу бер өлөшө. Шул уңайҙан Ермолкин ауылы мәктәбендә “Яулыҡ байрамы” исемле үҙенсәлекле сара үтте. Сара яулыҡтың килеп сығыуы, төрлө илдәрҙә уны ябыныу тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Шулай уҡ балалар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион баш кейеме – француз яулыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң таралған сана шәле тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡомартҡы булып ҡалған яулыҡтарҙың тарихы яңғыраны, тормош-көнкүрештә уның ҡулланышы асыҡланды. Башҡорт халҡының күп кенә йырҙарында, таҡмаҡтарында француз яулыҡ тураһында йырлана, Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Француз яулыҡ-еңеү билдәһе” исемле шиғыры ла нәҡ шул турала. Әсмә Сәләх ҡыҙы башҡарыуында   “Шәл бәйләнем”бейеүе кисәгә йәм өҫтәне. 1-4 класс уҡыусылары менән үткәрелгән сара “Француз яулыҡ тарихы” исемле презентация ҡарау менән тамамланды.